Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 12:09

Яңы комиссия төҙөлә

Президент Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы хәүефһеҙлек Советында инфекцияларҙан һаҡланыу системаһын булдырыу өсөн ведомство - ара комиссия төҙөү ҡарарын ҡабул итте.

Ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты. Комиссияның етәксеһе итеп хәүефһеҙлек Советы председателе урынбаҫары Дмитрий Медведев тәғәйенләнде.
Комиссия төрлө инфекциялы ауырыуҙар, зарарлы микробтарға бәйле эске һәм тышҡы хәүефте баһалай, уларҙың барлыҡҡа килеү механизмын өйрәнәсәк. Бынан тыш халыҡты ауырыуҙарҙан һаҡлау сараларын булдырыу кимәлен яҡшыртыу буйынса ла эштәр алып барасаҡ.