Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 16:40

Ҡыҙ балаға ташланған

Стәрлетамаҡта йәнә йән өшөткөс хәл.

Мәктәп уҡыусыһына йорт подъезында таныш булмаған ир ташланған. Был хаҡта, үҙ сығанаҡтарына таянып, “КП-Өфө” хәбәр итә.
6 октябрҙә була был аяныслы хәл. 3 класта ғына уҡыған ҡыҙ мәктәптән ҡайтып килгән саҡта, үҙе йәшәгән подъезға ингәс, уның артынан бер әҙәм аҡтығы эйәрә. Шунда ҡыҙға ташлана һәм үҙенең әшәкә уйын бойомға ашырып ҡаса. Балаҡай ҡурҡышынан хатта ярҙам һорап ҡысҡыра ла алмай, шаңҡып ҡала...
Өйгә ҡайтҡас барыһын да әсәһенә һөйләп бирә, ҡатын кисекмәҫтән полицияға шылтырата.
Оҙаҡламай мәлғүндең эҙенә төшәләр. 43 йәшлек бер ерҙә лә эшләмәгән урында йәшәүсе булып сыға ул. Алдан да ошондай әшәке эштәре өсөн хөкөм ителгән. Әле тикшереү эштәре бара, иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бер гонаһһыҙ балаға йоғонғандарға нәфрәт сикһеҙ, был осраҡта ла ҡыҙҙың бәхетле бала сағын емергән бәндәгә суд ҡарары тейешле язаһын сығарыр тип ышанабыҙ.
Фото “Бәйләнештә”.
Автор: Миләүшә Сайтакова