Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь 2020, 16:10

Радик Юлъяҡшин "Йондоҙҙар фабрикаһы" телепроектын аса

Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) яңы проекты республика Башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе сифатындағы тәүге проекты буласаҡ. Проекттың исеме һәм уны ойоштороу нескәлектәре әлегә өйрәнелә.

"Беҙҙең республиканан бик талантлы артистар үҫеп сыға. Улар үҙҙәренең сығыштары менән Башҡортостанды ғына түгел, ә Рәсәйҙе лә танытырға тейеш", - ти үҙенең интервьюһында Элвин Грей.
Интервьюның тулы вариантын артабанғы яңылыҡтарҙың береһендә уҡырһығыҙ.
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова