Новости
9 Октября 2020, 12:04

Байрамды матур ҡаршылайыҡ!

10 октябрь көндөҙгө сәғәт 11-ҙә үҙәк майҙанда Республика көнөнә арнал-ған “Башҡортостан, һин дуҫлығың менән бай!” байрам сараһы үтә.

Программала: райондың предприятие һәм ойошмаларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы, район Мәҙәниәт һарайы алдынғы коллективтары байрам концерты, “Мәсетле йыйыны” конкурс-уйын программаһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары концерты.

Шулай уҡ ауыл хужалығы йәрминкәһе эшләйәсәк.