Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 11:00

Төп бүләк кемгә булыр?

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе “Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһын ҡуйыу урыны өсөн тауыш биргән Башҡортостан кешеләре араһында бүләктәр отторорға йыйына.

Бының өсөн ниндәйҙер ташламаға йәки бүләккә хоҡуҡ биргән QR-коды һәм шәхси номеры булған дүрт мең флаер әҙерләнгән. Был листовкалар республиканың барлыҡ район-ҡалаларына, шулай уҡ уҡыу йорттарына таратылған.
Отошта ҡатнашыу өсөн QR-код буйынса үтеү, “Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһын ҡуйыу урыны өсөн тауыш биреү мөһим һәм флаерҙы йомғаҡ үткәрелгәнсе һаҡларға кәрәк.
Бүләктәрҙе оттороу 2 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең “Бәйләнештә” төркөмөндә үткәреләсәк.
Төп бүләк – Яндекс.Станция колонкаһы. Шулай уҡ “Салауат Юлаев” хоккей командаһы уйынына биш саҡырыу билеты ла әҙерләнгән.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сайты.
Автор: Рәмилә Мусина