Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 21:00

Рәсәй почтаһы байрам көндәрендә эш графигын хәбәр итте

2020 йылдың 11 октябре (йәкшәмбе) Башҡортостандың барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял тип иғлан ителде. Был көндә ваҡытлы матбуғат таратылмай, почта йәшниктәренән хаттар алынмай.

Шәмбе, 10 октябрҙә, почта бүлексәләре графикка ярашлы эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Дүшәмбе, 12 октябрҙә, Рәсәй почтаһы бүлексәләре клиенттарҙы йәкшәмбе режимы буйынса ҡабул итә.
13 октябрҙә Рәсәй почтаһы бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй башлай. Ҡайһы бер ауыл почта бүлексәләре өсөн башҡа эш режимы билдәләнеүе мөмкин.
Пенсия һәм пособие Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһе менән килешеүгә ярашлы таратыла. Шулай уҡ Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында йәки компанияның сайтында эш режимын аныҡларға йәки картала яҡындағы асыҡ почта бүлексәһен табырға мөмкин.
Фото: Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы