Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 00:20

Көҙгө сәсеү

Йәшелсәне көҙҙән сәсеп ҡалдырыу бик отошло. Редис, кишер, һуған, һарымһаҡ, салат культуралары, петрушка, укроп, сөгөлдөр, ҡыҙыл кәбеҫтә, сельдерей, пастернак, кориандр, катран кеүек йәшелсәләрҙе көҙҙән сәсергә була.

Ҡышҡа сәсеп ҡалдырылған орлоҡтар яҙғы дымды һәйбәт файҙалана, йылдам үҫеп китә. Яҙ һалҡын булһа, уларҙың тамыр системаһы тиҙ көсәйә, шу­ға артабан ҡоро көндәрҙә лә бирешмәй, уңыш ҡәҙимгенән 3-4 аҙнаға алдараҡ өлгөрә. Бындай үҫемлектәр ауырыу­ҙарға ла бирешеп бармай, сүп үләндәренән алдараҡ үҫеп китә.

Йәшелсә һәм сәскә орлоҡ­тарын көҙ 5 см тәрәнлектә тупраҡ температураһы +2-3 °С, ә һауа температураһы тото­роҡло 0°С булғанда (октябрь аҙағы – ноябрҙең тәүге ун көнлөгө) сәсәләр. Әлбиттә, аныҡ миҙгелдең климат шарттарын иҫәпкә алырға кәрәк.

Сәсеү өсөн түтәлдәрҙе алдан, сентябрҙең икенсе ярты­һы­нан, көндәр һәйбәт торғанда әҙерләй башларға кәрәк. Әҙер­лек эштәре дүрт этаптан тора.

1. Урын һайлау. Ҡышҡы сәсеү урыны яҙ көнө һәйбәт йылына торған, көслө елдәр­ҙән, яҙғы һыуҙарҙан һаҡланған, ә тупрағы уңдырышлы, кәүшәк, һыу үткәреүсән булһын.

2. Түтәл эшләү. Түтәл яҙ көнө үҫемлектәрҙең ебеүенә юл ҡуйылмаһын һәм тупраҡ тиҙерәк йылынһын өсөн 15–20 см бейеклектә булһын. Иң уңайлы киңлеге – 90–100 см. Тупраҡ таралмаһын өсөн ситтәрен таҡта, пластик йә металл каркас менән нығытып сығалар.

3. Тупраҡты әҙерләү. Түтәл ерен бер көрәк тәрәнлектә ҡаҙып, сүп үләндәрен утап, тамырҙарын сүпләп сығырға һәм ҡаҙығанда түбәндәге ашламаларҙы индерергә кәрәк:

– калийлы-фосфорлы Гуми-Оми Фосфор һәм Калий ашламалары – һәр квадрат метрға – 50 г;

– компост йә серетмә – һәр квадрат метрға – 3-4 кг;

– 33 Богатыря – тупраҡтың уңдырышлылығын һәм струк­ту­раһын яҡшыртыусы, файҙа­лы микроорганизмдар менән байытыусы, бактерияларҙан һәм бәшмәктәрҙән һаҡлаусы микробиологик препарат – һәр квадрат метрға – 0,1 – 0,5 л.

Балсыҡлы ауыр тупраҡты ПухоВита кәүшәкләндергесе менән еңеләйтәләр (бер квадратҡа 4-5 кг), әсе тупраҡты Известь-Гуми менән ашлайҙар (еңел тупраҡҡа 0,3 кг, ауыр тупраҡҡа 0,6 кг).

4. Сәсеү өсөн бураҙналар һыҙыу. Бураҙналар һыҙғанда тупраҡ­тың бер аҙ ултырасағын иҫәпкә алалар. Бураҙналарҙың тәрәнлеге һәм араһы нимә сәсеүгә бәйле. Әҙер түтәлдәрҙе сүп үҫмәһен өсөн туҡылмаған материал менән ябалар.

Бураҙналарға һибелгән орлоҡтарҙы ҡаплау өсөн ҡоро тупраҡ һәм мульча – торф, серетмә – запасы әҙерләйҙәр йә әҙер Мульча-Разрыхлитель Земля-Матушка черноземная һатып алалар.

«Моя грядка изобилия» гә­зитенең октябрь һанында сә­сеүҙе нисек үткәреү тура­һында уҡый алаһығыҙ. Ә әлегә орлоҡ­тарҙың шытыу һәләтен һәм үҫеү көсөн тикшерә тороғоҙ.

Автор: Светлана ПАВЛЕНКО, биолог, биохимик