Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 23:30

Башҡортостанда табиптар коронавирустан һуң һаулыҡты бал һәм ҡымыҙ менән нығытырға кәңәш бирә

Башҡортостанда табиптар COVID-19 менән ауырығандан һуң һаулыҡты бал һәм ҡымыҙ менән нығытырға тәҡдим итә.

Шулай уҡ тын алыу һәм дөйөм нығындырыу гимнастикаһын эшләргә кәрәк, тип кәңәш бирҙе белгестәр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы брифингында.
«Дауахананан сыҡҡас, пульмонологта йәки терапевта тикшерелеп торорға кәрәк. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға – дөрөҫ туҡланырға, табип кәңәштәрен үтәргә һәм диспансеризация тураһында онотмаҫҡа», — тип өҫтәне табиптар.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы