Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 23:00

Балаларҙы яҡлау фонды ойошторола

Рәсәй Президенты Владимир Путин Балаларҙы яҡлау фондын ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Документ тексында билдәләнеүенсә, фонд “балаларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләттең һәм граждандар йәмғиәте институттарының тырышлығын туплау, уларҙы һәр яҡлап үҫтереүгә һәм тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән шарттар тыуҙырыу” маҡсатында төҙөлә. Уның ойоштороусыһы – Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы. Ведомство ойошманың эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләй, уға маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итә, йөкмәтелгән бурыстарҙың үтәләшен контролдә тота. Уның составына шулай уҡ Рәсәйҙең балалар фонды һәм “Халыҡ-ара балалар фондтары ассоциацияһы” йәмәғәт фондтары союзы инә.
Ойошманың юғары идара итеү органы – съезд. Ул ойошма ҡарары буйынса саҡырыла. Фонд советына биш йылға һайланған рәйес етәкселек итә.
Рәсәй Хөкүмәтенә Мәскәүҙең Әрмәндәр тыҡрығындағы биналар комплексын фонд милкенә тапшырыуҙы тәьмин итергә, шулай уҡ ойошманың эшмәкәрлеге өсөн аҡса бүлеүҙе күҙалларға ҡушылды.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова