Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 12:25

Ни эшләнең һин, әсә кеше?

Ҡот осҡос хәл 3 октябрҙә Краснокама районында теркәлгән.

48 йәшлек ҡатын улын бысаҡ менән яралаған, унан үҙ-үҙенә ҡул һалырға теләгән. Фажиғә урынына килгән медицина һәм полиция хеҙмәткәрҙәре әсә менән улдың ҡанға батҡан кәүҙәләрен тапҡан. Ҡатындың муйыны зыян күрһә, 30 йәшлек улы сәнскеләнеп бөткән. Аҙаҡ асыҡланыуынса, мәжлес ваҡытында әсәһе улына бысаҡ менән ташланған һәм уны яралаған. Аңына килгәс, ҡатын үҙенең ғүмерен ҡыйырға теләгән, тип хәбәр итә “КП-Өфө” баҫмаһы. Алдан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был ҡанлы ваҡиғала ҡатнашҡандарҙы ҡотҡарғандар.
“Йәшел йылан” менән дуҫ булыуҙың яҡшыға килтермәгәне һәр саҡ дәлилләнеп тора. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай бик аяныслы хәлдәр теркәлеүен дауам итә...
Фото: zr.ru
Автор: Айһылыу Низамова