Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 14:15

Граждандар оборонаһы айлығы

1 октябрҙән Граждандар оборонаһы айлығы старт алды һәм ул ай һуңына тиклем дауам итәсәк.

Уның сиктәрендә халыҡты һәм биләмәне тәбиғи, техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлауҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса саралар комплексы ҡаралған. Район предприятиелары, ойошмалары һәм йәшәйеште тәьмин итеү объекттарында граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеү сараларын нығытыу маҡсатында уҡыуҙар һәм күнекмәләр уҙғарыу планлаштырыла. Шулай уҡ хәбәр итеү системаһының эшләүе һәм райондың авария-диспетчер хеҙмәттәренең әҙерлеге ҡараласаҡ.
Район мәғариф учреждениеларында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнеү, янғын сыҡҡан осраҡта эш итеү, тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса күнекмәләр үтәсәк.