Бөгөн республика һәм нефть компанияһы араһында «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалында — «Башнефть-Өфө нефть эшкәртеү заводы»нда элементар көкөрт етештереү ҡулайламаһының резерв технологик линияһын төҙөү буйынса инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Объектты сафҡа индереү көкөрт һәм башҡа зарарлы матдәләр аҙ булған Евро-5 һәм Евро-6 юғары сифатлы мотор яғыулығын сығарыу һөҙөмтәһендә «Башнефть-Өфө нефть эшкәртеү заводы» филиалының етештереү ҡулайламаларында барлыҡҡа килгән көкөртлө-водородлы газды үтилләштереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш. Был иһә нефть эшкәртеү комплексының етештереү ҡулайламаларының һауаға кире йоғонтоһон кәметә.
Инвестиция килешеүе шарттары буйынса, «Башнефть» проектты финансларға һәм яңы производствола өҫтәмә эш урындары булдырырға бурыслы. Технологик линия төҙөлөшөн 2023 йылдың майында тамамлау планлаштырыла.