Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, 2021 йылда “Демография” милли проекты өс йәшкә тиклемге балалар араһында ясле һәм балалар баҡсаларына булған мохтажлыҡты юҡҡа сығарыу бурысын ҡуя. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн республикала дәүләт ярҙамы иҫәбенә шәхси балалар баҡсаларына йөрөгән балалар өсөн түләү сығымдарын арзанайтыу буйынса пилот проекты эшләй башланы. Тәжрибә былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһында башланғайны, унда 200 урын барлыҡҡа килде. Быйыл уға Өфө лә ҡушылды. Һөҙөмтә булараҡ, баш ҡаланың биш шәхси балалар баҡсаһы йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге бала өсөн 200 өҫтәмә урын булдырыуға грант отто.
– Шәхси балалар баҡсаларына сертификаттар биреү тәртибе уңышлы һыналды, - тине министр. - Планда пилот проекты сиктәрендә Өфө һәм Стәрлетамаҡта урындар һанын бер меңгә етекереү. Был маҡсатта дөйөм алғанда 50 миллион һум аҡса бүленә.
Был сертификатты балалар баҡсаһына сираттың Берҙәм дәүләт порталы системаһында сиратта торған һәм өс йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсә алыуға хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәттәр хаҡы муниципаль балалар баҡсаһыныҡынан күберәк булмаҫҡа тейеш. Өфө өсөн был көнөнә – 145 һум, Стәрлетамаҡта – 131 һум. Шәхси балалар баҡсалары һәр балаға республика бюджетынан алты мең һумлыҡ субсидия һәм муниципалитетта ҡуйылған хаҡ буйынса ата-әсәләрҙән түләү ала. Ай һайын һигеҙ мең һумдан ашыу сыға. Бынан тыш, муниципалитет шәхси балалар баҡсаларына өҫтәмә урын булдырыу өсөн бина табыуҙа ла ярҙам күрһәтә.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, шәхси балалар баҡсалары төбәк бюджетына ярҙам итә.
– Мең балаға яңы балалар баҡсаһы төҙөү өсөн беҙгә бер миллиард һум аҡса табырға тура килер ине. Ә шәхси балалар баҡсаларына сертификат менән ярҙам итеү 50 миллион һум торасаҡ, – тине ул. – Бик һәйбәт. Аҡса ла экономиялана, иҡтисадта яңы тармаҡ та барлыҡҡа килә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡта яңы эш урындары булдырыла. Дөрөҫөн әйткәндә, Красногорск башлығы булған саҡта мин был эште ойоштора алмағайным. Ә бында Башҡортостанда килеп сыға. Сертификаттар һаны арта, кешеләр быға ризалаша. Мин бик ҡәнәғәт.
Башҡортостан Башлығы башҡа ҡала һәм райондар башлыҡтарына Өфө һәм Стәрлетамаҡ тәжрибәһен өйрәнергә һәм ҡулланырға ҡушты.
Билдәле булыуынса, "Демография" милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды. Бәләкәй балаларҙы балалар баҡсаһында урын менән тәьмин итеү - был эштең бер өлөшө.