Ул Башҡортостан Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе буласаҡ. Радик Юлъяҡшин был эште йәмәғәт башланғысында үтәйәсәк.
Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.
– Ул йәштәр мөхитендә башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау буйынса күп эшләй. Бик популяр кеше һәм беҙгә даими ярҙам итә. Шуға күрә ошондай ҡарар ҡабул ителде, – тине Радий Фәрит улы.
Радик Мөхәрләм улы Юлъяҡшин 1989 йылдың 17 майында Өфөлә тыуған.
Мәскәү дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Йырсы Элвин Грей псевдонимы аҫтында сығыш яһай. Башҡот, рус һәм татар телдәрендә йырлай. ELVIN GREY продюсер үҙәгенең берлектәге продюсеры булып тора.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
Әйткәндәй, ошо уҡ өлкәлә Башҡортостан Башлығының тағы бер кәңәшсеһе булып опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов тора. Ул былтыр мартта тәғәйенләнгәйне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.