Шулай итеп, көндәр һыуытып, ямғырҙар башланһа, имбир, һарымһаҡ һәм лимон ғына иммунитетты нығытмаясаҡ. Был хаҡта табибә-иммунолог Марина Аплетаева хәбәр итә. Үҙ сиратында ул төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә башҡа һөҙөмтәле сараларҙы ла атай.
Иммун системаһын нығытыу өсөн дарыуҙы йәки “иммунитетты нығытҡан” аҙыҡ-түлекте күпләп ашарға кәрәкмәй. Марина Аплетаева белдереүенсә, улар ҙур ролде уйнамай, дөйөм алғанда, сәләмәт туҡланыу һәм спорт менән даими шөғөлләнеү зарур. Уның фекеренсә, саф һауала йәйәү йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү, фастфуд ашамау, сирлеләр менән аралашыуҙан тыйылыу, гриптан вакцина эшләтеү иммунитет өсөн файҙалы.