Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 17:30

Башҡортостанда автобус юлда бер ҡыҙҙы бәрҙергән: ул дауаханала вафат булған

Бәләбәйҙә 30 сентябрҙә кискә ҡарай йәйәүле автобус тәгәрмәсе аҫтына эләккән.

Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Көнсығыш урамында «КАвЗ» автобусы рулендәге 48 йәшлек ир ярамаған урында юл аша сығып барған 26 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән.
Йәйәүле алған йәрәхәттәренән дауаханала йән биргән. Бәхеткә, автобуста пассажирҙар булмаған.
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының йыш осраған сәбәптәре һәм уларға юл ҡуймау тураһында беҙҙең лонгридта уҡығыҙ.
Фото: Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ-һы видеоһынан стоп-кадр
Видео: Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ