Ошо йыйылмаларҙы алырға тейешле төркөм – билдәле бер исемлек бар. Улар яҡынса мең ярым кеше. Ауыр хәлдә ҡалған граждандар ҙа ярҙам алырға хоҡуҡлы. Бының өсөн 8-800-201-89-03 номеры буйынса шылтыратып, ғариза ҡалдырырға кәрәк. Мәғлүмәттәрҙе тикшергәндән һуң, ирекмәндәр адрес буйынса бара.
Дүртенсе тулҡын буйынса ике меңдән ашыу аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләнгән. Уға Башҡортостанда етештерелгән ярмалар, шәкәр, макарон изделиелары инә. «Беҙҙең хәстәрлек» берҙәм ирекмәндәр үҙәге ирекмәндәре республиканың барлыҡ район-ҡалаларында аҙыҡ-түлекте тарата башланы ла инде. Рәсәй Пенсионерҙар союзының төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе Александр Кузнецов уларға хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.