Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 11:40

Башҡортостан студенты — WorldSkills Russia чемпионаты еңеүсеһе

Башҡортостан студенты «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia — 2020) милли чемпионатында еңеү яуланы.

Земфира Абдуллина Бөрө медик-фармацевтика колледжынан сығыш яһаны. Чемпионат йомғаҡтары буйынса ул беренсе урынды алды һәм алтын миҙал менән бүләкләнде. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
«Еңеүсене ихлас ҡотлайым һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем. Ә Бөрө медик-фармацевтика колледжы коллективына һәм уның директоры Белобородова Нилә Сабир ҡыҙына кадрҙарҙы яҡшы әҙерләүҙәре өсөн рәхмәт әйткем килә», — тине министр.
VIII «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финал ярыштары 6-21 сентябрҙә Кемерово өлкәһендә уҙҙы. Был финал уның тарихында иң күләмлеһе булды һәм 3100-ҙән ашыу ҡатнашыусыны, шул иҫәптән сит ил спикерҙарын һәм Рәсәйҙең 85 төбәгенән вәкилдәрҙе берләштерҙе.
Республикабыҙҙан конкурста 64 кеше ҡатнашты.
Башҡортостандың йыйылма командаһы 22 компетенция буйынса ярыштарҙа ҡатнашты, улар араһында – мода технологияһы, мебель етештереү, ташты архитектур эшкәртеү, веб-дизайн һәм башҡалар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда WorldSkills Russia финалы Өфөлә була.
Фото: facebook.com
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы