— Ике ай эсендә торлаҡ төҙөлөшөнә йәлеп итерлек бөтә ер участкалары тураһында ярайһы ғына мәғлүмәт йыйылды. Бындай биләмәләр — 107 мең гектарҙан ашыу майҙансыҡта 5 мең 560. Ә беҙҙең милли проектта — 50 мең гектар. Бөгөнгө ваҡытта торлаҡ төҙөлөшөнә ерҙәрҙе йәлеп итеү буйынса ике тапҡыр запас булдырылды, - тине Олег Скуфинский.