Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 11:25

Кескәй геройҙарға - награда

“Ҡайнар йөрәк” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт башланғысын ойоштороусылар ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, кешеләргә ярҙам иткән балаларҙың һәр береһен яҡшы белә.

Бөгөн Өфөлә алты кескәй батырға баш федераль инспектор награда тапшырасаҡ.
Һигеҙ йәшлек Милена Новикова янғын ялмаған йорттан ҡустыларын һәм 11 айлыҡ һеңлеһен алып сыға. Әлшәй районында йәшәгән Рәмзил Шәрипов һыуҙа батҡан ауылдашын үлемдән ҡотҡара. Тик ҡаһарман балаларҙың береһе лә үҙҙәрен герой тип иҫәпләмәй.
Күкрәккә тағыла торған билдә менән бергә батырҙарға диплом һәм китаптар тапшырыласаҡ. 18 йәше тулмаған балалар Ҡара дингеҙ буйындағы “Орленок” лагерына путевка менән бүләкләнәсәк. Быйыл федераль наградаға илдә 185 кеше тәҡдим ителгән, етеһе - һәләк булғандан һуң.
Лауреаттарҙы лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!
Фото: минконтроль.рф.
Автор: Дина Арсланова