Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 14:20

Баш ҡала вице-мэры вазифаһын Радмил Мөслимов башҡара

Өфө хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе. Был турала 22 сентябрҙә Өфө мэрияһының оператив кәңәшмәһендә ҡала башлығы Өлфәт Мостафин хәбәр итте.

Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Радмил Мөслимов тәғәйенләнде. Быға тиклем ул мэрияның юлдар, яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығына етәкселек итте.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Өфө вице-мэры Салауат Хөсәйенов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлауҙа еңеп сыҡты.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы