Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 12:10

Һырғанаҡ, һарығат...

Һары емешле, сәнскеле ботаҡлы был ҡыуаҡты нисек атаһаҡ та танығанһығыҙҙыр. Һүҙлектә һарығат тип алынған, һырғанаҡ – диалект һүҙ тиелгән.

Элек Ҡытай менән Монголияла, хәҙер инде Рәсәйҙең бөтә төбәгендә лә үҫкән емеш ағасының файҙаһы һәм зыяны тураһында мәғлүмәт еткермәксебеҙ.

Элек-электән уның файҙалы микроэлементтарға, витаминдарға, органик төрҙәге кислоталарға, ди- һәм моносахаридтарға, дубиль ҡушылмаларға, азот, фитонцид, флавоноидтарға, майлы кислоталарға, каротинға бик бай икәне билдәле. Быларҙан тыш, минераль элементтар һанһыҙ уның составында. Шулай ҙа иң күп миҡдарҙа – бор, тимер, марганец. Һарығатты диетик аҙыҡ тип әйтеп була: 100 грамм еләктең калорияһы 80-85 ккал ғына.

Файҙаһы

1. Һарығаттың емешендә һәм ҡайырыһында серотонин күп булғанлыҡтан, үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлеге яҡшыра.

2. Майы бактерияларға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлегенә эйә: ул янған, йәрәхәтләнгән тирегә килешә.

3. Майын эсһәң, липид алмашыныуы яҡшыра, бауырҙа аҡһым арта, йәрәхәтләнгән күҙәнәктәр бөтәшә.

4. Һарығат емешенең хәтерһеҙлеккә ҡаршы тороуы баһалап бөткөһөҙ. Шуның өсөн ололарға көнөнә 2-3 балғалаҡ ашап тороу яҡшы һөҙөмтә бирә. Һутын йүткергәндә эсеү файҙалы.

5. Орлоҡтарының төнәтмәһе – аш эшкәртеү системаһындағы сирҙәрҙән дауа, эс ҡаталағанда ла ярҙамға килә.

6. Быуындары һыҙлағандарҙың ҡуҙғалаҡ кислотаһын ҡыуып сығара.

Зыяны

Гепатит, холецистит, бүтән төрлө ашҡаҙан-эсәк ауырыуынан интеккәндәргә һарығат майын эсеү ҡәтғи тыйыла. Кесе ярау юлында ташы булғандарға майын эсергә ярай, ә емешен ашау зыянлы.

Һәр нәмәлә сама кәрәк икәнен онотмай, һырғанаҡты ла көндәлек рационығыҙға индерегеҙ, ҡулланығыҙ, файҙаһын күрегеҙ.



Фото:Vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина