Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 12:55

ЙОНДОҘНАМӘ

(21 – 27 сентябрь)

ҠУҘЫ
Көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңышлы осор. Етәк­селек менән һөйләшеү­ҙәрҙе, документтарға ҡул ҡуйыуҙы йомаға планлаштырыу отошло. Коллек­тив­тағы низағта ҡатнашмаҫҡа.

БУҒА
Был аҙнала шәхси мөнәсә­бәттәргә иғтибарҙы арттырырға кәңәш ителә. Осор уртаһында кисектерелә килгән мәсьәләләр ҡайтанан күтәрелер. Юғары вазифалы кеше менән аралашыу файҙа килтерер.

ИГЕҘӘКТӘР
Теләктәр тормошҡа аша торған осор, тик хыял диңге­ҙендә йөҙөүҙән туҡтағыҙ. Яңы та­нышлыҡтар алдығыҙҙа киң мөм­кинлек асыр. Шишәмбе дөрөҫ ҡарарға килегеҙ.

ҠЫҪАЛА
Тормош үҙгәрештәре айырыуса аҡсаға йәки шәхси мөнәсәбәттәргә ҡағылһа, артҡа сигенмәгеҙ. Яҡындарығыҙға бәйле ҙур сығымдар булмаҡсы. Яңғыҙҙарҙы яҙмышты хәл иткес осрашыу көтә.

АРЫҪЛАН
Осор белем алыу, юлға сы­ғыу өсөн ҡулай. Матди мәсьә­ләләргә бәйле яҡындарығыҙ менән һүҙгә килешмәгеҙ. Яңы проекттарға аҡсағыҙҙы ял көндәренә тиклем һалмай тороу хәйерле.

ҠЫҘ
Һеҙҙең өсөн иң уңышлы аҙна башлана. Мөһим проект­тар­ға инвестиция һалыу отошло. Шәхси тормошоғоҙҙа көтөл­мәгән үҙгәреш булмаҡсы.

ҮЛСӘҮ
Осор башында өйөгөҙҙө тәртипкә килтереүҙән, йыһаз һатып алыуҙан кинәнес алыр­һығыҙ. Аҙна уртаһында шәхси мөнәсәбәттәр бер аҙ киҫкенләшер, яратҡан кешегеҙҙе нигеҙһеҙ рәнйетеп ҡуймағыҙ.

САЯН
Әүәлге танышлыҡтарҙың файҙаһын күрерһегеҙ. Яҡын киләсәккә план ҡормай тороғоҙ, көндәлек мәшәҡәттәр менән булығыҙ. Яҡындарығыҙҙың тормошон­дағы үҙгәрештәр һеҙгә лә ҡағылыр.

УҠСЫ
Шишәмбе мөһим мәғлүмәт алырһығыҙ. Унан файҙала­нырға тырышығыҙ, һуңынан үкенерһегеҙ. Аҙна уртаһында көнсөлдәрҙе фаш итерһегеҙ. Кесаҙнала фекерегеҙҙе ҡыйыу яҡлағыҙ.

ЫЛАҠ
Аҙна барышында ваҡыт еткерә алмай ҡаңғырырһығыҙ, шуға күрә йәшәү рәүешегеҙҙе бер аҙ үҙгәртегеҙ. Был арала етәкселек алдында карьера үҫеше мәсьәләһен күтәрмәй тороғоҙ, кире яуап алырһығыҙ. Уның ҡарауы яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр ал да гөл кеүек.

ҺЫУҒОЯР
Кисектергеһеҙ мәшәҡәттәр менән шөғөлләнергә тура килер. Мөһим осрашыуҙы шишәмбегә планлаштырмағыҙ. Бәхәсле мәсьәләне киләһе аҙнаға ҡалдырығыҙ. Дуҫ-иштәрегеҙҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалмаҫҡа тырышығыҙ.

БАЛЫҠ
Аҙнаның тәүге яртыһында иғтибар талап иткән эштәр менән шөғөлләнегеҙ. Шишәмбе карьераға ҡағылышлы мөһим ваҡиға булмаҡсы. Кесаҙнала имеш-мимешкә ышанмағыҙ, алданыуығыҙ бар.