Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 14:05

Лицейҙа стоматолог ҡабул итә

1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейында “Взлетай” проекты сиктәрендә асылған стоматология кабинеты үҙ эшен башланы. Унда балалар стоматологы Фәриҙә Садиҡова ҡабул итә.

Кабинет дүшәмбенән йомаға тиклем 14-тән 17.30 сәғәткә тиклем эшләй. Дауалау эшен башлар алдынан табип уҡыусыларға профилактик тикшереү үткәрә. Булған проблемалар тураһында мәғлүмәт класс етәксеһенә тапшырыла. Ул, үҙ сиратында, дауалауға рөхсәт алыу өсөн ата-әсәләр (законлы вәкилдәр) менән бәйләнешкә сыға.