Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 16:15

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана

16 сентябрҙән 18-енә тиклем Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана.

Был хаҡта Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанма менән Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте.
Хәүефле хәлгә бәйле, ведомство урманға барыуҙан тыйылырға, урманда йәки торф ятҡылығында, хатта йылға-күлдәр янында усаҡ яҡмаҫҡа, баҫыуҙа йәки аҡланда ҡоро үлән яндырмаҫҡа кәңәш бирә.
Бынан алда Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында ғәҙәттән тыш класлы янғын хәүефе билдәләнеүе тураһында иҫкәрткәйне.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы