Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 13:55

Баҫыу эштәре барышы

Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәге хәбәр итеүенсә, 14 сентябргә хужалыҡтарҙа 19350 гектарҙа иген культуралары сабылған, был дөйөм пландың 84,8 процентын тәшкил итә.

19250 гектарҙан 312184 центнер иген һуғылған. Уртаса уңдырышлылыҡ – гектарынан 16,2 центнер.
Мәсетле районы хужалыҡтары ураҡты тамамлау өҫтөндә. “Ленинский” кооперативы эштәрҙең 75,3 процентын башҡарған, “Аҡтау” йәм-ғиәте – 88,3%, “Ҡыҙылбай” йәмғиәте – 94,1%, ШЭ “Ҡорбанов Ю. Ю.” – 81,3%, “Попов А. В.” КФХ-һы – 94,2%, ШЭ “Бәҙретдинов В. В” – 72%, “Үҙәк” МТС-ы – 31,7%.