Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 12:00
Башҡортостанда COVID-19 һәм пневмония йоҡтороусыларҙың үҫеше тотороҡло ҡала
Башҡортостанда COVID-19 һәм пневмония йоҡтороусыларҙың үҫеше тотороҡло ҡала – көн һайын 30-ға яҡын йәки унан күберәк.
Һуңғы тәүлектә республикала яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 30 осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 14 сентябргә 32 сирле – стационарҙа (икәүһе ауыр хәлдә), 494-е амбулатор шарттарҙа дауалана.
Тәүлек эсендә 52 пациент һауыҡҡан, пандемия башланғандан алып 7 666 кеше дауахананан сығарылған. Коронавирустан вафат булыуҙың яңы осраҡтары теркәлмәгән. Мәрхүмдәр – 31 кеше.
Уҙған тәүлектә республикала дауахананан тыш пневмония сирләүселәр тағы 86 кешегә артҡан. Үпкә шешеүҙән яфаланған 58 пациент һауығып сыҡҡан.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
коронавирус
,
пневмония
https://www.bashinform.ru/bash/1493131/
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла