-27 °С
Болотло
«Был тәбиғи йәшәү мөхитендәге йәнлектәр һанында ыңғай сағылыш табырға тейеш, — тип белдерҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. — Бынан тыш, бындай ҡараш халыҡ араһында һунарҙың осраҡлы шаһиттарына һәм бәхетһеҙ осраҡтар мөмкинлегенә юл ҡуймай».
«Беҙҙә был тәжрибә яңыраҡ ҡына популярлыҡ яулай башланы. Йәнлектәр үрсетеү менән шөғөлләнгән һунарсылыҡ хужалыҡтары брлыҡҡа килә, ләкин хоҡуҡи яҡтан билдәһеҙлек уларҙың эшенә ҡамасаулай, республикабыҙҙа ҡабул итеүгә тәҡдим ителгән закон проекты уны бөтөрөүгә йүнәлтелгән», — тип өҫтәне Толкачев.