Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 14:30

Һәләтлене һәнәк тотоуынан белеп була

6-21 сентябрҙә Башҡортостанда VIII "Йәш профессионалдар" милли чемпионат финалы үтә.

Ул йыл һайын Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәғариф" милли проектының "Йәш профессионалдар" федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола. Быйыл ҡатнашыусылар белемдәрен тәүге тапҡыр ҡатнаш форматта күрһәтә.
Үҫмерҙәр араһындағы чемпионат финалында туғыҙ Өфө уҡыусыһы ла көс һынаша. Улар веб-дизайн; платформалағы бизнес өсөн IT-сиселештәр; «1С: Предприятие 8»; полиграфия технологиялары; йыһаз етештереү; мода технологияһы; прототип әҙерләү; лаборатор химик анализ һәм ветеринария компетенцияларында сығыш яһай.
Төп эксперттар һәм уларҙың урынбаҫарҙары ярыш барышын күҙәтә һәм уның теүәл регламентҡа тура килеүен контролдә тота. Ҡатнашыусылар дистанциялы һәм онлайн-технологиялар буйынса билдә ала. Был система бер нисә өлөшкә бүленә. Йәғни ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең эштәре эксперттар тарафынан төбәктә йәки видеотехнологиялар аша ситтән тороп баһалана. Нимәнелер ситтән тороп баһалап булмаһа, ул экспресс-почта менән Новокузнецк ҡалаһында урынлашҡан Ярыштар менән идара итеү үҙәгенә йәки уның Мәскәүҙәге һәм Ҡазандағы ярҙамсы үҙәктәренә ебәрелә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «WorldSkills Russia» ("Йәш профессионалдар") чемпионатының һайлап алыу этабында Өфөнөң дөйөм белем биреү ойошмаларынан 105 уҡыусы ҡатнашҡайны. Уларҙың 52-һе һайлап алыу турын уңышлы үтте. 16 уҡыусы призер булды.
Фото: kuvalda.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова