Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 12:55

Тәүлек эсендә республикала 31 кешенең — коронавирус, 83-өнөң пневмония йоҡтороуы асыҡланған

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән, уларҙың 17-һе – Өфөлә, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 8 042 COVID-19 осрағы раҫланған.
Әле стационарҙа — 46 сирле, уларҙың өсәүһе ауыр хәлдә. Ә 758 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
«Тәүлек эсендә 83 пациент һауыҡҡан, пандемия башланғандан алып бөтәһе 7 209 кеше дауахананан сығарылған, — тип белдерҙеләр ведомствола. — COVID-19-ҙан вафат булыуҙың яңы осраҡтары теркәлмәгән. Мәрхүмдәр һаны элеккесә 29 тәшкил итә».
Һуңғы тәүлектә 81 кеше дауахананан тыш пневмония диагнозы менән дауаханаға һалынған, 93 пациент һауығып сыҡҡан.
Фото: Валерий Шахов
Галина Бахшиева