Борис Беляев билдәләүенсә, быйыл «Йәшел Башҡортостан» акцияһы «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһе менән бергә үткәрелә. 2020 йылда был проектты 67 дәүләт хупланы. Өмә барышында бөтә илдә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә миллион ағас ултыртыу күҙаллана. Бөтә Рәсәй өмәһе донъялағы күп кеше ҡатнашҡан экологик сара булараҡ Гиннестың Рекордтар китабына инеүгә дәғүә итә.