Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 16:30

Бюджет урындар һанын арттырҙылар

Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты бакалаврҙар һәм белгестәр әҙерләүҙең ҡайһы бер йүнәлештәре буйынса бюджет урындарға өҫтәмә ҡабул итеү тураһында иғлан итте.

Юғары уҡыу йорттары сайттарында аңлатыуҙарынса, был хоҡуҡ менән ҡабул итеүҙең төп осоронда бюджет урындарға алынмаған абитуриенттар файҙалана ала.
Шуныһы ла мөһим: өҫтәмә ҡабул итеүҙә әлеге вуздарға инеү өсөн алдан ғариза биреүселәр ҙә, шулай уҡ төп осорҙа ғариза бирмәгәндәр ҙә ҡатнаша ала.
Вакантлы урындар иҫәбендә киләһе йүнәлештәр бар: “Ғәмәли математика һәм информатика”, “Ғәмәли математика һәм физика”, “Физика”, “Инфокоммуникацион технологиялар һәм бәйләнеш системаһы”, “Электроника һәм наноэлектроника” һәм башҡалар.
Өфө дәүләт нефть техник университетының тау-нефть, торба үткәргес транспорты, етештереү барышын автоматлаштырыу, технология, механика, дөйөм фәнни дисциплина факультеттарына, шулай уҡ Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьск ҡалаларындағы филиалдарына, Иҡтисад һәм сервис институтына абитуриенттарҙы өҫтәмә ҡабул итеү ҡаралған.
Республикала быйыл вуздарҙа бюджет урындар һаны 1,5 меңгә арттырыл-ған. Киләһе йылға уларҙы ике меңгә тиклем арттырыу планлаштырыла.
“Башинформ”
мәғлүмәт агентлығы.