Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 15:50

Башҡортостанда игендең уңышы 4 миллион тоннанан ашыуы ихтимал

Быйылғы уңыш һуңғы бер нисә йылда иң юғарыларҙың береһе булырға вәғәҙәләй.

Бөтә культураларҙы йыйыу тамамланғас, уның 4 миллион тоннанан ашыуыраҡ булыуы ихтимал. Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә майҙандарҙың 80% йыйып алыныуы хаҡында һөйләне. Был – 1 миллион 415 мең гектар. Уңыш йыйыу темпы Рәсәйҙекенә тап килә. Әйтәйек, 34,6 миллион гектар майҙандан илдә иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғып бөтөрөлгән, йәки сәсеү майҙанына 72,2%, 105,6 миллион тонна ашлыҡ һуғылған.
«Республика игенселәре бөтәһе 3 миллион 198 мең тонна иген йыйып алған, уртаса уңыш — гектарынан 22,6 центнер, был уҙған йылғы күрһәткестән 2,9 центнерға күберәк. Үткән аҙнала ғына игендең тулайым йыйымы — 1 миллион 016 мең тоннаға (ашлыҡтың дөйөм күләменән 30%), төшөм 478 мең гектарға (йыйылған майҙандан 34%) артҡан», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
Республиканың ун районы 100 мең тоннанан ашыу яңы уңыш йыйған. Мәҫәлән, Илеш районында игендең тулайым йыйымы 167 мең тоннанан, Саҡмағошта — 159 мең тоннанан, Стәрлетамаҡ районында 155 мең тоннанан күберәк. Саҡмағош, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Дүртөйлө райондары, ғәҙәттәгесә, иген культуралары уңышы буйынса алдынғылыҡты бирмәй.
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы