Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2020, 17:02

"Айыҡ ауыл - 2020" - Әбдрәхимдә

"Айыҡ ауыл-2020" республика конкурсының район этабына ярашлы Әбдрәхим ауылында велоярыштар үтте.

Был уҙышта 15 велосипедсы көс һынашты. Конкурсты Әбдрәхим мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, ауыл депутаты Ришат Ғилметдинов асты. Ул ҡатнашыусыларға уңыштар теләп еңеугэ дәртләндерҙе. Артабан велоуҙышта ҡатнашыусыларға юл хәрәкәте хәүефһезлеге ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге тураһында иҫкәртте. Иң йәш ҡатнашыусылар Айвар Ғәүнетдинов, Айгиз Хафизов, ә иң өлкәне 80 йәшлек Маһира Зиннәтуллина булды. Ҡатнашыусылар бер километр аралыҡта уҙыштылар. Ҡыҙҙар араһында Ралина Мухаметова, малайҙарҙан Айвар Ғәүнетдинов, егеттәрҙән Байрас Ғәҙелшин, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Маһира Зиннәтуллина һәм Рима Ғәҙелшина беренсе урын алдылар. Ярыш бик көсөргәнешле һәм куңелле утте. Уның спонсоры Гөлзәминә Ғилметдинова буләктәр тапшырҙы. Ярышыусылар ҙа, катнашыусылар ҙа был уҙыштан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалдылар. Сәриә Таһирова, Әбдрәхим ауылы.