«Ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелде, тәү сиратта, урмандарҙы файҙаланыуҙы йыһандан тикшереү арҡаһында, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. — Быйыл мониторинг республиканың 10 урмансылығы биләмәһендә (дөйөм майҙаны – 2,1 миллион гектар) үткәрелә, был урман фонды биләмәһенең 40% тәшкил итә. Мониторинг һөҙөмтәһендә 30% ашыу законһыҙ ҡырҡыу асыҡланды».
Урман ведомствоһы башлығы һүҙҙәренсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү яйға һалынған. Әйтәйек, 2020 йылдың тәүге ярты йыллығында ике оператив-иҫкәртеү операциялары уҙғарылған һәм урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыуҙың 128 осрағы асыҡланған (законһыҙ ҡырҡыуҙың дөйөм һанынан 53%), ә сентябрҙә сиртттағы «Урман» операцияһы планлаштырылған.