Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 16:15

Республикала башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең торлаҡты күпләп һатып алыуы күҙәтелә

Дәүләт теркәүе хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәрҙән ҡабул ителгән ғаризалар буйынса республикала урынлашҡан күсемһеҙ милеккә экстерриториаль теркәүҙең һиҙелерлек артыуын билдәләй.

2019 йылдың тәүге ярты йыллығы менән менән сағыштырғанда, ошондай килешеүҙәр һаны 165% артып, 7,2 меңгә тиерлек еткән, тип белдерҙеләр ведомство коллегияһы ултырышында.
«Башҡортостандың күсемһеҙ милек объекттарын теркәүгә ғаризаларҙың күбеһе Силәбе өлкәһендә йәшәүселәрҙән килгән, — тип билдәләне Дәүләт теркәүе хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец. — Төмән өлкәһендә, Ханты-Манси автономиялы округында йәшәүселәрҙән мөрәжәғәттәр күп, улар башлыса Башҡортостанда ер участкалары һәм фатирҙар һатып ала».
Башҡортостанда йәшәүселәр иһә Ырымбур өлкәһендә, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта, шулай уҡ Татарстанда күсемһеҙ милеккә эйә булыуға өҫтөнлөк бирә. Киң таралған килешеүҙәр — өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу һәм кредит ярҙамында һатыу-һатып алыу килешеүҙәре буйынса күсемһеҙ милек алыу.
Фото: Олег Яровиков
Галина Бахшиева