Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 13:40

Республика аграрийҙары иген культуралары майҙандарының 72% йыйып алған

Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың тулайым йыйымы 2 миллион 765 мең тонна тәшкил итә.

3 сентябргә мәғлүмәттәр буйынса, бөтә майҙандарҙың 72 проценты йыйып алынған. Башҡортостанда уңыш — гектарынан 22,2 центнер. Тәүлек эсендә үҫеш күрһәткесе — 63,3 мең гектар.
«Тулайым» буйынса Илеш районы алда бара, унда игенселәр 162,4 мең тонна ашлыҡ һуҡҡан, артабан Саҡмағош районы килә – 146,7 мең тонна. Игендең тулайым йыйымы буйынса 100 меңлек сикте үткәндәр иҫәбенә Стәрлетамаҡ (139,5 мең тонна), Благовар (114,5), Дәүләкән (111,8), Мәләүез (110,6), Шишмә (104,5), Ауырғазы (104,4), Ҡырмыҫҡалы (100,1) райондары ла инде.
«Баҫыу уңышы буйынса гектарынан 46,2 центнер менән Саҡмағош аграрийҙары алдынғы урынды биләй. Икенсе урында – илештәр (31 центнер), өсөнсөлә – Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә игенселәре (29,1 центнер)», — тип һөйләнеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы