Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 16:55

Башҡортостанда «Соя һәм кукуруз» баҫыу көнө уҙғарыла

18 сентябрҙә Ауырғазы районында «Соя һәм кукуруз» баҫыу көнө уҙғарыла.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында белдереүҙәренсә, семинарҙа ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең «Кубань», «Соко» компанияларынан сояның һәм кукуруз гибридтарының яңы сорттары күрһәтәләр. Шулай уҡ баҫыу көнөндә ҡатнашыусыларҙы «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығында соя һәм кукуруз сәсеү менән таныштыралар.
Кукурузды, сояны бер ҡыҫҡа интенсив сәсеү әйләнешендә эшкәртеү файҙалы, тип билдәләй эксперттар. Кукуруз гибридтарын һәм сояның сорттарын дөрөҫ һайлау ошо культураларҙың сәсеүлектәренә киҫешмәҫкә мөмкинлек бирә, агрономға һәм ҡулланылған техникаға йөкләмәне кәметә. Соя тупраҡҡа яҡшы тәьҫир итә, сөнки, билдәле булыуынса, соя – ер «санитар»ы.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы