Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 11:25

Башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай 2020» конкурсының беренсе кастингы Нефтекамала уҙғарыла

5 сентябрҙә Нефтекамала башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай 2020» конкурсына кастинг башлана.

Ҡатнашыу өсөн 16-25 йәшлек кейәүҙә һәм балаһы булмаған, сәләмәт тормош алып барған ҡыҙҙҙар саҡырыла. Ҡыҙҙар башҡорт телен белергә, тәбиғи матурлыҡҡа эйә булырға тейеш, буй-һынға талап – 165 сантиметрҙан ашыуыраҡ. Шулай уҡ сәхнә мәҙәниәте, матур итеп фотоға төшә белеү ҙә баһалана, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.
Конкурс өс этапта уҙғарыла. Беренсе этап – конкурстың төбәк туры Рәсәйҙең 11 төбәгендә һәм Башҡортостандың 9 зонаһында була: 5 сентябрҙә — төньяҡ-көнбайыш, 6 сентябрҙә – төньяҡ, 19 сентябрҙә – үҙәк, 20 сентябрҙә – төньяҡ-көнсығыш, 4 октябрҙә – көнсығыш, 18 октябрҙә – көньяҡ-көнсығыш, 17 октябрҙә – көньяҡ, 24 октябрҙә – көньяҡ-көнбайыш, 25 октябрҙә – көнбайыш зона. Кастингтың тәүге ҡалаһы – Нефтекама.
Еңеүселәрҙе 7 ноябрҙә Өфөгә финал турына саҡыралар. Конкурстың финалына сыҡҡан ҡыҙҙар өсөн хореография, йыр, актер оҫталығы, подиум хореографияһы, визаж буйынса белгестәр менән дәрестәр ойошторола, кейем һайлауҙа ярҙам күрһәтелә.
Белешмә өсөн телефон: 8(347) 289-66-47 – Таныбаева Эльза Марат ҡыҙы; 8 (347) 289-65-50 – Бадалова Гөлнара Ғиниәт ҡыҙы; 8 917 369 99 99 – Машко Евгения Петровна; 8 917 379 38 72 – Үтәгәнова Айгөл Илгиз ҡыҙы.
Ләйлә Аралбаева