Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 18:00

Завод ярҙам һорай

Бөгөн 3 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Полекс Урал” бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба һәм төрөү материалдары эшләү заводының етештереү майҙансығында булды.

Предприятие аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн полипропилен стакандар һәм контейнерҙар – бөтәһе 190 төр әйбер төрөү тауары етештерә. Улар араһында премиум-сегменттыҡы ла бар. Ватан баҙарында предприятиеның өлөшө 25 процент тәшкил итә.
“Полекс Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Рефат Әбдерәшитов белдереүенсә, әлеге ваҡытта компания пластмассаны эшкәртеүҙе киңәйтеү буйынса ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Был яңы 70 эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк. Һалынған аҡса күләме – 357 миллион һум.
Яңы автоматлаштырылған комплексты файҙаланыу өсөн заводҡа өҫтәмә биләмә талап ителә. Генераль директор күршеләге 600 квадрат метр майҙанлы ер участкаһын ҡуртымға алыуҙа ярҙам һораны. Ер муниципаль милектә.
Башҡортостан Башлығы республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә ер мәсьәләһен хәл итеү юлдарын табырға ҡушты.
– Ҙур, һәйбәт предприятие, үҫеш буйынса пландары яҡшы. Әлбиттә, һеҙгә ярҙам итке килә, – тине Радий Хәбиров. – Әйҙәгеҙ, бер ай эсендә ҡулайлы вариант табайыҡ һәм заводтың эшмәкәрлеге мөмкинлектәрен тематик кәңәшмәләрҙә ҡарарбыҙ.
Радий Хәбиров Рефат Әбдерәшитовҡа республиканың иҡтисады үҫешенә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһын тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева