Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 11:15

Республика аграрийҙары 2,5 миллион тонна яңы уңыш ашлығы йыйған

Республикала 1 сентябргә 2,5 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алынған.

Әлегә бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙандарының 63 проценты ғына йыйылған. Гектарынан уртаса уңыш – 22,6 центнер. Ете районда 100 мең тоннанан ашыу иген һуғылған. Улар – Илеш (146 мең тонна), Саҡмағош (133,4), Стәрлетамаҡ (131), Дәүләкән (106,4), Благовар (104,8), Мәләүез (103,6) һәм Ауырғазы (103,1) райондары.
«Баҫыуҙарҙың уңышы буйынса Саҡмағош аграрийҙары алдынғылыҡты бирмәй, гектарынан – 46 центнер. Икенсе урында – илештәр (31,2 центнер), өсөнсөлә – ҡырмыҫҡалылар (29)», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы