Мәсетле тормошо
+12 °С
Ясно
Новости
2 Сентября 2020, 15:00
Радий Хәбиров Ҡуштауҙы махсус һаҡланған биләмә тип иғлан итеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Ишембай районында урынлашҡан Ҡуштауҙы республика әһәмиәтендәге «Ҡуштау» махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан итеү тураһында ҡарарына ҡул ҡуйҙы.
Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының түңәрәк өҫтәле ултырышында Башҡортостандан палата ағзаһы Ростислав Мырҙағолов белдерҙе. Документта махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм махсус һаҡ режимы раҫлана.
Ҡарарға бөгөн, 2 сентябрҙә, ошо уҡ көндә иртән Башҡортостан Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығынан махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу өсөн ризалыҡ алғас та ҡул ҡуйылды.
Фото: «Ҡуштау» тәбиғәт ҡомартҡыһының схемаһы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе
https://www.bashinform.ru/bash/1488370/
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"