Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 12:20

Ҡотлайбыҙ!

Юбилейлы тыуған көнө менән!

“Мәсетле тормошо” редакцияһы һәм типография коллективы МИНЗӘЛӘ ХИЗБУЛЛА ҡыҙы НИҒМӘТУЛЛИНАны юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлай. Һәр яңы тыуған көн Һеҙгә байрам бүләк итһен, һәр саҡ янығыҙҙа яратҡан туғандарығыҙ булһын. Ғүмерҙең оҙонон, иҫәнлек-һаулыҡ, таҙалыҡ-байлыҡ, бәхетле көндәр, йән тыныслығы, күтәренке кәйеф, именлек, уй-теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Һәр саҡ шулай мөләйем, саф күңелле булып ҡалығыҙ.
Күпме булһа ерҙә изге теләк –
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгегеҙгә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуар таңдар алып килһен һеҙгә
Сәләмәтлек,бары шатлыҡтар!