Азат Йыһаншин 1971 йылдың 11 майында Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын һәм Е. Вахтангов исемендәге дәүләт театры ҡарамағындағы Б.Щукин исемендәге Театр институтын тамамлаған.
1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры актёры. 1998 йылдан — Башҡорт драма театры артисы.
2008 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында ҡуйыусы режиссёр булып эшләй. 2009 йылдан — театрҙың баш режиссёры, 2012 йылдан художество етәксеһе була.
2014 йылдан М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры була.
Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты.