Бынан алда «Башинформ»
хәбәр иткәнсә, Башҡорт дәүләт медицина университетының табип-профилактика, дауалау һәм педиатрия факультетттарының өлкән курс студенттары, шулай уҡ 50 ординатор мәктәптәргә ебәрелә. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары иҫәбенән медицина инспекторҙарына мәктәптәрҙә яңы коронавирус таралыуына юл ҡуймау бурысы йөкмәтелде.