Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 13:35

10 сентябргә тиклем Өфө маршруттарына тағы 50 яңы автобус сыға

31 августа «Башавтотранс» Өфө маршруттары өсөн 50 яңы автобус алды, тип иҫкә төшөрҙө Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин бөгөн мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә. Улар маршрутҡа сыҡты ла инде.

Өфө мэры 10 сентябргә тиклем баш ҡала тағы урта класлы тағы 50 автобус аласағын хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта ҡала ҙур һәм урта һыйҙырышлы 279 автобус алды.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2020 йылда республика властары дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ төрлө класлы 245 автобус һатып алды. Былтыр республиканың төп ташыусыһы автопаркы 1,6 миллиард һумдан ашыулыҡ аҙ, урта һәм ҙур класлы 478 автобус менән тулыланды. Сентябрь башында «Башавтотранс»ҡа йәнә 50 «Вектор NEXT» автобусы тапшырыла.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы