Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 13:55

Оло йәштәге ҡатын аҙашҡан...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 64 йәшлек пенсионер ҡатынға Белорет районының Үрге Әүжән ауылы янындағы урманда төн үткәрергә тура килгән.

Бәшмәккә килгән ҡатын уны йыйыуға әүрәп, ғаиләһенән айырылып китеүен дә абайламаған. Аҙаҡ осрашырға һөйләшелгән урынға кире әйләнеп килмәгәс, туғандары уның юғалыуы хаҡында ҡотҡарыусыларға хәбәр иткән.
Оло йәштәге ханымды эҙләргә авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары, туғандары һәм урындағы халыҡ сыға. Бәхеткә күрә, бәшмәксе ҡатын таңға табан иҫән-һау табыла.
"Ул ныҡ өшәгән һәм яңғыҙы урманда төн үткәреүҙән ныҡ ҡурҡҡан", - ти ҡотҡарыусылар.
Бәшмәк йыйыу ни тиклем мауыҡтырғыс булмаһын, эргәгеҙҙәге кешеләрҙән айырылмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Аҙағы күңелһеҙ тамамланып ҡуймаһын.
Фото: bryansktoday.ru
Автор: Карима Усманова