Милли кейем һәм аксессуарҙар оҫтаһы Асия ҒӘЙНУЛЛИНА бөгөн журнал уҡыусыларыбыҙға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының зиннәтле биҙәүесе – һаҡал эшләргә өйрәтә.
Был биҙәүес өсөн ҡыҙыл драп, буҫтау йә кешмир туҡыма, киндер туҡыма, мәрйен (йә ҡыҙыл төҫтәге сәйлән), тәңкәләр, ҡортбаштар, көмөш йә тимер сынйыр киҫәктәре, аҫылташлы биҙәүестәр, еп кәрәк.
Һаҡалдың нигеҙен тегер өсөн ҡыҙыл туҡыманан шаблонға ярашлы рәүештә аҫтын түңәрәкләтеп ҡырҡабыҙ. Ҡайһы ырыуҙарҙа, мәҫәлән, ҡатайҙарҙа, аҫҡы яғы түңәрәкләнмәй, төҙ килеш ҡала. Артҡы яғына ҡатлап ныҡлы киндер туҡыма тегәбеҙ, бының өсөн киндер тоҡто ҡулланырға ла була.
Яурынға тиклем өҫкө өлөшөн ике төрлө башҡарырға мөмкин. Шул уҡ тауарҙан таҫма тегеп, елкә аша үткәрәбеҙ ҙә бер яғына элмәк ҡуябыҙ. Икенсе төрлөһө шулай: үңәс аҫтынан түңәрәкләтеп яға эшләнә, яғаның аҫҡы яғы төп өлөшкә тоташтырыла, елкә тапҡырында төймәгә эленә.
Аҫҡы (төп) өлөшөн ситтән 3-4 ҡат ҡыҙыл мәрйен менән уратабыҙ. Аҫтан, йыуан еренән, әйләндереп сынйыр ҡуябыҙ. Артабан 1-2 ҡат мәрйен менән үтәбеҙ. Үңәс аҫтына ла сынйыр өҫтәлә. Ҡортбаш менән тәңкәләрҙе баҫҡандан һуң, 3-4 ҡат мәрйен менән үтәбеҙ. Ошо ерҙә тағы бер ҡат сынйыр беркетергә мөмкин.
Аҫҡы өлөшөнөң эсе тотошлай тәңкә менән тултырыла. Өҫкө өлөшөнә йә иһә уртаһына аҡыҡлы биҙәүестәр ҡуйырға була.
Икенсе вариант. Сынйырлап үткәс, мәрйен беркетеп сығабыҙ ҙа бер буй тәңкә баҫабыҙ. Шунан 3-4 буй сәйләнләп сығабыҙ. Эске өлөшөн тотошлай тәңкә менән тултырабыҙ.
Өсөнсө вариант. Өс ҡат мәрйен менән үткәс, ошонда уҡ тәңкә элеп, өҫтән ҡортбаштар баҫабыҙ. Эске яғын тотошлайы тәңкә менән тултырабыҙ. Өҫтә аҡыҡлы биҙәүестәр йә тотошлайы менән тәңкәләр ҡуйыла. Ҡатай, юрматы, балаҡатай ерлегенә ошолай хас.
Үҫәргән, ҡыпсаҡ, бөрйән ырыуҙарының һаҡалында селтәр булырға тейеш. Ул трапеция рәүешендә, өҫкө йә аҫҡы өлөшөндә урынлаша. Ошонда уҡ аҫылташлы көмөш биҙәүес тә беркетелә.
Һаҡалдың һәр төрө лә тирәләп селтәрле көмөш (тимер) шарҙар (оҙонса шар булыуы ла мөмкин) аралаш түңәрәк рәүешендәге аҫылташтар (аҡыҡ, зөбәржәт, ай ташы, фирүзә, гәлсәр, нефрит) менән биҙәлә. Бының өсөн таштың уртаһынан епте сығарабыҙ ҙа мәрйен аша үткәрәбеҙ һәм, тағы ла таш аша сығарып, нығытып ҡуябыҙ. Араларын 1-2 бармаҡ ҡалынлығы ҡалдырырға мөмкин, шарҙар менән тотошлай һаҡалдың ситен ҡапларға ла була.