Тәүгеһе йоҡҡан осраҡта, тирелә үҙгәрештәр башлана. Шул уҡ ваҡытта тиренең иммунитетыбыҙҙың мөһим ағзаһы икәнлеген дә оноторға ярамай. Бәғзе берәүҙәргә бәшмәк ауырыуы тиҙ генә йоға, ә кемдеңдер тиреһенең иммунитеты юғары булыу сәбәпле, бөтөнләй тәьҫире булмауы ихтимал. Нисек кенә булмаһын, дерматолог пациенттың тиреһендә шартлы-патоген бәшмәктәр тапты икән, шәхси гигиена талаптарын үтәү фарыз. Был айырым кейем-һалым, йыуыныу саралары, таҫтамал тотоноу фарыз тигәнде аңлата.
Бәшмәк әүҙемләшә икән, мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк, сөнки тышҡы билдәләргә ҡарап ҡына бәшмәктең бармы-юҡмы икәнлеген, ниндәй төрө йоҡҡанлығын ҡайһы саҡта һәр табип та билдәләй алмай. Етмәһә, кеше үҙ белдеге менән дауаланһа, сирҙең барлыҡ клиник картинаһы юйыла, дөрөҫ диагноз ҡуйыу ҡатмарлаша. Унан тыш, дөрөҫ һайланмаған терапия сирҙең ағышын оҙайтып ебәреүе ихтимал. Бер генә миҫал: ҡайһы саҡта аяҡ табандарының ҡубыуы, ярылыуы экзема билдәһе булыуы бар, был осраҡта бәшмәккә ҡаршы препараттар менән, әлбиттә, дауаланырға ярамай. Шуға күрә, визуаль билдәләргә ҡарап ҡына диагноз ҡуйыу мөмкин түгел, мотлаҡ белгес тикшереүе үтергә кәрәк.
Бәшмәк ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн иһә түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итәбеҙ. Ҡағиҙәләр бик ябай:
1. Шәхси гигиена сараларын үтәү зарур. Бигерәк тә кеше күпләп ял иткән, спорт менән шөғөлләнгән урындарҙа.
2. Табан тиреһен тәрбиәләгеҙ, тырнаҡты ҡарағыҙ. Тырнаҡ артыҡ ҡыҫҡа ла, оҙон да булмаҫҡа тейеш.
3. Сифатлы, уңайлы аяҡ кейеме кейегеҙ. Ул бармаҡты ҡыҫмаһын, сөйәлдәр хасил итмәһен.
4. Быға тиклем микоз менән сирләгәнһегеҙ икән, табип ҡушыуы буйынса ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн бәшмәккә ҡаршы препараттар ҡулланығыҙ.
5. Хайуандарҙан йоға торған тире ауырыуҙарын булдырмаҫ өсөн, урамдағы бесәй-эттәргә теймәгеҙ. Бигерәк тә был балаларға ҡағыла.