ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, пенсионер юл аша һыйыр ҡыуып барғанында “Лада Приора” тәгәрмәсе аҫтына эләккән. Ҡатын ҡаты йәрәхәттәр алған, ашығыс ярҙам килгәнсе үк вафат булған. Үлемесле ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Оло юл буйында йәшәгән халыҡҡа байтаҡ уңайһыҙлыҡтар кисерергә тура килгәнен аңлайбыҙ. Бәләгә тарымау өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырабыҙ.